Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
20 Декабрь 2025, 01:10

Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле

Аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшә.

Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле
Бындай һалҡындар быйыл булғаны юҡ ине әле

Башҡортостанға көслө һыуыҡтар килә. Быйыл ҡыш һауа температураһы был тиклем түбән төшкәне юҡ ине әле.

Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республиканың төньяҡ өлөшөндә төндә -15, -20 градус булыуы көтөлә, аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшә; көндөҙ -13, -18 градус булыуы фаразлана.

Көньяҡ райондарҙа йылыраҡ була: төндә һәм көндөҙ -8, -13 градус булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.

Йәкшәмбе, 21 декабрҙә, тағы ла һыуыта. Һауа температураһы төндә -18, -23, аяҙытҡанда -28 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Көндөҙ температура -3, -8 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡар яуасаҡ, төньяҡта уртаса ҡар яуыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас