Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
24 Декабрь 2025, 01:24

-36 градус була

Һыуыҡтар ҡасанға тиклем торор?

-36 градус була
-36 градус була

Башҡортостанда ҡапыл һыуыта. Һауа температураһы экстремаль күрһәткестәргә етәсәк. Һыуыҡтар күпме дауам итер?

Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 декабрҙә, көндөҙ һауа температураһы -25 градусҡаса түбәнәйә. Төндә термометр бағанаһы -27-32 градус күрһәтәсәк.

Кесаҙна, 25 декабрҙә, тағы ла һыуығыраҡ була. Төндә температура -26, -31 градусҡа тиклем төшә, аяҙытҡанда -36 градусҡа тиклем һыуыҡтар булыуы ихтимал. Көндөҙ шулай уҡ -20-25 градус, ҡайһы бер райондарҙа -30 градус һалҡын буласаҡ.

Температура фоны климат нормаһынан 9-14 градусҡа түбәнерәк көтөлә. Әммә һыуыҡтар ике көн генә дауам итәсәк.

Йылытыу 26 декабрҙә көндөҙ башлана: температура яйлап күтәрелә. Ҡар яуыуы көтөлә.

Автор фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас