Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
25 Декабрь 2025, 01:52

Аномаль йылы килә

Ғинуарҙан нимә көтөргә?

Аномаль йылы килә
Аномаль йылы килә

Башҡортостанға ҡаты һыуыҡтар килде. Әммә экстремаль һыуыҡ оҙаҡҡа бармай. Тиҙҙән һауа торошо үҙгәрә. Бынан тыш, ғинуарҙа аномаль йылы осор көтөлә.

Фобос үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ғинуар башында һауа торошо уңайлы буласаҡ. Көндөҙ -7, -10 градус булыуы фаразлана. Ә бына яңы йыл каникулдарында һыуыҡ буласаҡ. Төндә термометр бағанаһы -15, -25 градусҡа тиклем төшәсәк, көндөҙ -10-20 градус булыуы көтөлә.

Ғинуар уртаһында Башҡортостанда һауа температураһы аномаль 0 градусҡа тиклем күтәрелә. 16 ғинуарҙа епшек ҡар яуыуы фаразлана. Бынан һуң йәнә -10, -14 градусҡа тиклем һыуыта. Ғинуар аҙағында йәнә -4, -6 градусҡаса йылыта.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башгидрометтың фаразына ярашлы, быйыл февраль ярайһы уҡ йылы булырға тейеш. Температура уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғарыраҡ, йәғни -11,7 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас