Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
26 Декабрь 2025, 22:45

"Мылтығыңды әҙерлә, бер атыуҙа теймәҫкә мөмкин"

 -Төндә яралы айыу янына барыуы ҡурҡыныс, әйҙә, бөгөнгә беҙгә инеп йоҡла. Яҡтырғас ҡарарбыҙ, - тип һөйләнә-һөйләнә артына әйләнһә, һунарсынан елдәр иҫкән. – Йә, мылтыҡ атылғандан һуң бер нәмә шап итеп ҡалғайны. Ҡурҡҡандыр егетең, - тип уйлай ҙа ҡарт өйөнә инеп йоҡларға ята. Ә иртәгәһен...

"Мылтығыңды әҙерлә, бер атыуҙа теймәҫкә мөмкин"
"Мылтығыңды әҙерлә, бер атыуҙа теймәҫкә мөмкин"

"Кәзәсе Фәтхетдин"

Бер йыл көҙ айыуҙар кәртә малын ҡырҙа күпләп йыға башланы. Тәүге ҡырпаҡ ҡар ятҡас та өңдәренә инеп ятырға ашыҡманы тайыштабандар. Ахырҙа ауылға бер нисә һунарсы беркетеп ҡуялар. Улары йәш, тәжрибәһеҙ егерҙар. Ауылда даны таралған Айыусы Фәсхетдин бар ҙа ул, тик ризалашмай, эреләнеп маташа. 

Ә бер төндә, үс иткәндәй, уның да бикләнмәй ҡалған башмағын айыу тамаҡлап китә. Асыуы шул тиклем ҡабара ҡарттың. Иптәшкә йәш бер һунарсыны алып төндә айыуҙы ҡарауылларға була. Йыртҡыс емтеккә мотлаҡ киләсәк, шунда алырға тырышырҙар.

Төн уртаһына тиклем талғаҡ башында ултыра был икәү. Унан егет йылынырға тип өйөнә ҡайтып китә. Күпмелер ваҡыт үткәс, ишек алдында ҡарасҡы шәйләнә. Фәсхетдин мылтығын төҙәп, айыуҙың яҡынлашыуын көсөргәнеп көтә. Яҙа атһа, эш харап. Талғаҡ тәпәш, емтек урынына үҙеңде эләктереүе бер ни тормаҫ йыртҡысҡа. Шул мәлдә кемдер ухылдағандай була. “Афарин, егет сос, һиҙгәндәй, килеп еткән әле” тип ҡыуана ҡарт.

-Мылтығыңды әҙерлә, бер атыуҙа теймәҫкә мөмкин, - тип шыбырлай ҙа нимәнәндер һиҫкәнеп ҡаса башлаған ҡарасҡыға атып та ебәрә. Уныһы бер атыуҙа ергә һуҙылып ята.

 -Төндә яралы айыу янына барыуы ҡурҡыныс, әйҙә, бөгөнгә беҙгә инеп йоҡла. Яҡтырғас ҡарарбыҙ, - тип һөйләнә-һөйләнә артына әйләнһә, һунарсынан елдәр иҫкән.  – Йә, мылтыҡ атылғандан һуң бер нәмә шап итеп ҡалғайны. Ҡурҡҡандыр егетең, - тип уйлай ҙа ҡарт өйөнә инеп йоҡларға ята.

Фәсхетдин иртән әбейенең ишек алдына һөрән һалғанына уянып китә. Айыу тураһында уға әйтмәгәйне шул. Ҡото осҡан инде бахырҙың, тип йәһәтләп килеп сыҡһа, ни күрһен – ерҙә айыу түгел... ә кәзәһе лыпын ята, ә лапаҫ буйлап ҡырпаҡ ҡарҙа тайыштабандың эҙҙәре ярылып күренә. Бына бит ул,  йыртҡыс, һунарсыларҙың үҙҙәрен ҡарауыллап, ҡурҡыныс бөткәс кенә килеп киткән икән...  

Аңлағанһығыҙҙыр, был ваҡиғаны халыҡ тыныс ҡына үткәреп ебәрә алманы:  шул көндән “Айыусы Фәсхетдин”  “Кәзәсе Фәсхетдин” булып китте.

Авторы: Фәйрүзә Фәтҡуллина.

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас