Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
31 Декабрь 2025, 03:10

Бөгөн һәм йылдың тәүге көндәре нисек булыр?

2 ғинуарҙан 3-өнә ҡарай төндә -21 градусҡаса һыуыта.

Бөгөн һәм йылдың тәүге көндәре нисек булыр?
Бөгөн һәм йылдың тәүге көндәре нисек булыр?

Башҡортостанда ысын ҡыш етте. 2025 йылдың һуңғы көнө һәм яңы йыл байрамдарында көндәр нисек торор? Рәсәй Гидрометеорология үҙәге синоптиктары алдағы бер нисә көнгә һауа торошон фаразланы. Рәсәй метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, 31 декабрҙә көндөҙ ярайһы уҡ йылы һауа торошо көтөлә, термометр бағанаһы -5 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Ҡар рәүешендә яуым-төшөм ихтималлығы 91 процент тәшкил итә. Яңы йыл төнөндә бер аҙ һалҡыныраҡ буласаҡ: -8 градус. Ҡайһы берҙә бер аҙ ҡар яуасаҡ.

2026 йылдың тәүге көнөндә болотло буласаҡ, бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ҡар яуыуы көтөлә, һауа -5 градусҡаса йылынасаҡ.

2 һәм 3 ғинуарҙа термометр бағанаһы -10 градус билдәһенән түбән төшәсәк. Яуым-төшөм көтөлмәй. 2 ғинуарҙан 3-өнә ҡарай төндә -21 градусҡаса һыуыта. 4 һәм 5 ғинуарҙа көндөҙ -2, -3 градусҡаса йылыта, ҡар яуа.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас