Башҡортостанда ғинуар башында уҡ һыуыҡтарҙы ҡапыл йылы көндәр алмаштырасаҡ. Алдағы ике айға фараз менән “Фобос” үҙәге синоптиктары таныштырҙы.
Рәсәй метеохеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 ғинуарҙа төндә һәм көндөҙ термометр бағанаһы -20 градустан түбән төшәсәк. 5 ғинуарҙа көндөҙ һауа -1 градусҡаса йылына, ә 5 ғинуарҙан 6-һына ҡарай төндә температура +2 градусҡаса булыуы көтөлә. 7 һәм 9 ғинуарҙа көндөҙ 0 һәм -1 градус, ә 8 ғинуарҙа -16 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана.
Һауа температураһы ғинуарҙың икенсе яртыһында ла тирбәлеп торасаҡ. Ай уртаһында йәнә киҫкен йылыта – көндөҙ һауа 0 градусҡаса етә. 18 ғинуарҙан көндөҙ -10 градустан түбәнерәк булыуы көтөлә.
23-28 ғинуарҙа көндөҙ -4, -6 градус, төндә -6-10 градус була. 30 ғинуарҙан термометр бағанаһы көндөҙ -15 градустан түбән төшәсәк, төндә -25-30 градус булыуы көтөлә.
Февраль башында көндөҙ -4 градусҡаса йылыта, беренсе декада аҙағына -15-тән -20 градусҡа тиклем, ә төндә -30 градусҡа ҡәҙәр. Ай уртаһында сираттағы йылы тулҡын килә: көндөҙ -1, -2 градус, төндә -5-10 градус булыуы фаразлана. Икенсе яртыһында һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе һәм көтөлмәгән йылыныу менән температура тирбәлеүе көтөлә.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!