Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
2 Ғинуар , 23:30

Ҡаты һыуыҡтар килә

Оҙаҡҡамы?

Ҡаты һыуыҡтар килә
Ҡаты һыуыҡтар килә

Башҡортостанда сағыштырмаса йылы көндәрҙән һуң йәнә көслө һыуыҡтар башлана. Башгидромет синоптиктары бөгөнгә, 3 ғинуарға, ентекле фараз бирҙе.

Метеорологтар фекеренсә, 3 ғинуар һауа температураһы төндә -18, -23 градус, урыны менән -27 градусҡаса, көндөҙ -10, -15 градусҡаса һыуыта. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын булыуы көтөлә.

Йәкшәмбе, 4 ғинуарҙа, бер аҙ йылыта, урыны менән бер аҙ ҡар яуа.

Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -20,көндөҙ -5, -10 градус тәшкил итәсәк.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас