Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар башлана. Ғинуар уртаһына көтөлмәгән фаразды синоптиктар иғлан итте.
Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 13 ғинуарҙа төндә -8, -13 градус булыуы көтөлә, аяҙытҡанда термометр бағанаһы -18, -23 градусҡа тиклем төшәсәк; көндөҙ һауа температураһы -4, -9 градус тәшкил итәсәк, республиканың көнсығышында -14 градусҡа тиклем һалҡыныраҡ буласаҡ. Бер аҙ ҡар яуасаҡ, көньяҡ райондарҙа яуым-төшөм көтөлмәй.
Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән.
14 ғинуарҙа тағы ла һыуытасаҡ. Төндә -20, -25 градусҡаса һыуыҡтар көтөлә. Көндөҙ республиканың көнсығышында -18 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә.
Фобос үҙәге фаразы буйынса, ғинуарҙың өсөнсө декадаһы ла һыуыҡ буласаҡ. Һауа температураһының көндөҙ -13, -21 градус булыуы көтөлә, төндә термометр бағанаһы -20, -27 градусҡа тиклем төшәсәк.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!