Башҡортостанда ҡыштың ҡап уртаһы. Буран, ҡар юлдарҙы ҡаплай, трассаларҙа тығындар барлыҡҡа килә. Әммә, синоптиктар әйтеүенсә, алдағы көндәрҙә ҡар яумаясаҡ.
Башгидромет хәбәр итеүенсә, Рәсәйгә аномаль ҡар яуыуы килтергән Урта диңгеҙ циклоны әүҙемлеген юғалтҡан һәм Башҡортостан территорияһына килмәйәсәк. Киреһенсә, Урал өҫтөндә юғары баҫым өлкәһе көсәйә. Яҡын арала һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Ҡар яуыуын һыуыҡтар алмаштыра.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙың икенсе декадаһында Башҡортостанда һалҡын булыуы көтөлә – климат нормаһынан 4 градусҡа түбәнерәк.
“Фобос” үҙәге синоптиктары хәбәр итеүенсә, ғинуарҙың һуңғы көндәре – 29, 30 һәм 31 ғинуарҙа айырыуса һалҡын була – төндә һауа температураһы -36 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Февраль башында тағы ла йылыта.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!