Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
18 Ғинуар , 03:30

Ҡыш аҙағы ныҡ ҡына ғәжәпләндерәсәк

Аномаль февраль көтәбеҙ...

Ҡыш аҙағы ныҡ ҡына ғәжәпләндерәсәк
Ҡыш аҙағы ныҡ ҡына ғәжәпләндерәсәк

Ҡыштың яртыһы үтеп тә китте. Әле Башҡортостанда керәшен һыуыҡтары торһа ла, ҡояш йәйгә боролған, көн арта. Ҡыш нисек тамамланасаҡ? Синоптиктар оҙайлы фараз бирҙе.

Ғинуарҙың икенсе декадаһы Башҡортостанда, Рәсәй Гидрометеорология үҙәге вәғәҙә иткәнсә, һалҡын, һауа температураһы климат нормаһынан 4 градусҡа түбәнерәк. Һалҡын һауа торошо ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Ғинуарҙың һуңғы көндәрендә төндә -25,-28 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ-17-24 градус.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, февраль төрлө буласаҡ. Ай башында синоптиктар 0 градусҡаса йылыныуын фаразлай. Һуңынан, 11 февралдән 14-нә тиклем, йәнә көслө һыуыҡтар килә, төндә -32,-33 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ ҙә һыуыҡ буласаҡ – - 19 градусҡа тиклем.

Йылылыҡтың икенсе тулҡыны февралдең икенсе яртыһына тура киләсәк. 24 һәм 25 февралдә көндөҙ плюс температура урынлаша. Һауа +1, +2 градусҡаса йылына, ямғыр яуыуы көтөлә. Февралдең һуңғы көндәрендә ҡар яуыуы фаразлана һәм йәнә ныҡ һыуыта – төндә -21, көндөҙ -3,-8 градус.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас