Ғинуарҙан һуң февраль һәм март айҙарында һауа торошо республика халҡын ныҡ ғәжәпләндерәсәк. Синоптиктар яңы фараз баҫтырып сығарҙы.
"Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә республика һыуыҡтар көтә. Мәҫәлән, эш аҙнаһы башында термометр бағанаһы -8,-13 градустан түбән төшмәҫ әле. Әммә яйлап болоттар тараласаҡ, һәм көндөҙгө температура -18, -23 градусҡа тиклем төшәсәк.
Дөйөм алғанда, ғинуар аҙағы ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ буласаҡ.
Әммә февралдә һауа торошо йомшарасаҡ. Ҡыштың һуңғы айы ғәҙәттәгенән йылыраҡ, уртаса температура климат нормаһынан юғарыраҡ булыуы фаразлана. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр иткән йылыныу тенденцияһы Рәсәйҙең күпселек төбәктәренә ҡағыласаҡ, һәм бер ерҙә лә тотороҡло һыуыҡтар көтөлмәй.
Төп сюрприз республикала йәшәүселәрҙе яҙғы тәүге айҙың килеүе менән көтә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, март күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән дә йылыраҡ була. Метеорологтар билдәләүенсә, бындай шарттар ҡар ҡатламының иртә һәм әүҙем иреүенә килтереүе ихтимал, был яҙҙың ғәҙәти ваҡыттан алда килеүен аңлата.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!