Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
22 Ғинуар , 01:09

Әҙер булығыҙ: -35 градус була

Оҙаҡҡамы? Урал аръяғында -40 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк һыуыта.

Әҙер булығыҙ: -35 градус була
Әҙер булығыҙ: -35 градус була

Республикаға аномаль һыуыҡтар килә. 22 ғинуарҙан арктик һауа массаһының үтеп инеүенә бәйле республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Төнгө температура -24,-29 градусҡа тиклем төшәсәк (аяҙытҡанда -30,-35 градусҡа тиклем). Көндөҙгө температура -15,-20 градус (республиканың төньяғында -25-кә тиклем) тәшкил итәсәк. Был норманан 6-12 градусҡа түбәнерәк.

Һыуыҡтар төбәккә 22 ғинуарҙа килә һәм кәм тигәндә 26 ғинуарға тиклем тотҡарлана. Бындай һыуыҡ һауа торошо Волга буйы федераль округында һәм Уралда урынлашасаҡ. Урал аръяғында -40 градусҡа тиклем һәм унан түбәнерәк һыуыта. Башҡортостан биләмәһендә, фаразлауҙар буйынса, һыуыҡтар -35 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк, айырыуса был төньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондарға ҡағыла.

Автор фотоһы. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас