Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
6 Февраль , 23:45

23 февралдә һәм 8 мартта ниндәй һауа торошо була?

Ғәҙәттә был көндәрҙә булған бурандар ҡоторормо? 

23 февралдә һәм 8 мартта ниндәй һауа торошо була?
23 февралдә һәм 8 мартта ниндәй һауа торошо була?

Гисметео синоптиктары алдағы байрам көндәрендә — 23 февралдә һәм 8 мартта ниндәй һауа торошо көтөлөүе хаҡында һөйләне.

Шулай, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә йылы һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -3, төндә -7 градус була. Көслө ҡар яуыуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә лә яуым-төшөм фаразлана.

8 март тағы ла йылыраҡ буласаҡ. Көндөҙ һауа -1 градусҡаса йылына. Төнгө сәғәттәрҙә -5 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә. Көнө буйы епшек ҡар яуасаҡ.

Күрәһең, бурандар булыр.

Фото: Әлиә Хужәхәмтова. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас