Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
7 Февраль , 21:50

Ҡабырсаҡтарҙан торған пляж да бар

Ул 100 саҡрымдан ашыуға һуҙыла, ә ҡабырсаҡтарҙан торған ҡатлам тәрәнлеге ете-ун метрға етә.

Ҡабырсаҡтарҙан торған пляж да бар
Ҡабырсаҡтарҙан торған пляж да бар

Донъяла тотош ҡына ап-аҡ ҡабырсаҡтарҙан торған пляж бар икәнен белә инегеҙме?))

Ул Австралияла урынлашҡан, Шелл-Бич, йәғни ҡабырсаҡтарҙан торған, тип атала. Пляж 100 саҡрымдан ашыуға һуҙыла, ә ҡабырсаҡтарҙан торған ҡатлам тәрәнлеге ете-ун метрға етә, ти.

Йөҙәр йылдар буйы йыуа торғас, һыу ҡабырсаҡтарҙы шул тиклем итеп шымартҡан, шуға ла улар тотоп ҡарауға бик тә нәзәкәтле булып тойола икән.

Ни тиклем генә күҙ ҡыҙһа ла, ҡабырсаҡтарҙы йыйыу тыйылған, сөнки үҙенсәлекле пляж ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән. Яр буйҙарын полицейскийҙар күҙәтә, тип яҙа сәйәхәтселәр.

Фото: 1001beach.ru; vk.com/vkearthplanet

Ҡабырсаҡтарҙан торған пляж да бар
Ҡабырсаҡтарҙан торған пляж да бар
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас