Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
10 Февраль , 00:00

Бына һиңә мә! Йәнә -32 градус!

Йылы тип көткән февраль да ғәжәпләндерә әле...

Бына һиңә мә! Йәнә -32 градус!
Бына һиңә мә! Йәнә -32 градус!

Әле бер аҙ йылытып, буранлап торһа ла, Башҡортостанға йәнә һыуыҡтар ҡайтасаҡ. Башгидромет синоптиктары алдағы ике көнгә ентекле фараз бирҙе.

Бөгөн, 10 февралдә һауа температураһы көндөҙ -18 градусҡаса түбәнәйә. Төндә термометрҙар -25 градусҡа тиклем күрһәтәсәк. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән — уртаса. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын.

11 февралдә төндә ҡайһы бер райондарҙа тағы ла һалҡыныраҡ була — һауа температураһы -32 градусҡа тиклем төшә. Көндөҙ -13-18, төндә -20-25 градус булыуы көтөлә. Урыны менән ҡар яуасаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Йылы тип көткән февраль да ғәжәпләндерә әле...

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас