Башҡортостанда һауа торошо тиҙ үҙгәрә. Башгидромет синоптиктары яуым-төшөмдөң туҡтауы һәм ҡапыл һыуытыуы тураһында хәбәр итте. Уларҙың фараздары буйынса, төндә аяҙытҡанда термометр бағанаһы -25 градусҡа тиклем төшәсәк. Үҙгәрештәр эш аҙнаһының икенсе яртыһында була.
Бөгөн, 18 февралдә, төнгө сәғәттәрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ булыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан талғын фаразлана. Һауа температураһы төндә -11, -16 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -21 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -7, -12 градус буласаҡ.
Кесе йома, 19 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -15, -20 градус тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда -25 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ һауа -5, -10 градусҡаса йылына.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!