Башҡортостанда һауа торошо ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Арктик һыуыҡтар урынына аномаль йылылыҡ килә, ә һуңынан һауа температураһы тағы ла ҡырҡа төшә. Март нимә менән ғәжәпләндерер?
Фобос үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, "сюрприз"дар байтаҡ буласаҡ. Февраль аҙағында ысын мәғәнәһендә ҡышҡы һауа торошо көтөлә. Төнөн -12, -17, көндөҙ -4, -9 градус буласаҡ, тиелә. Яуым-төшөм фаразланмай.
Март башында 0 градусҡаса йылыта. Әммә һуңынан төбәк биләмәһен һыуыҡ тулҡын ҡаплай. 8 мартҡа һауа температураһы төндә -30, көндөҙ -16, -19 градус була.
9 марттан һыуыҡтар бөтәсәк, ҡабат булмаясаҡ, тип фаразлана. Һауа әкренләп -5 градустан 0 градусҡа тиклем йылына башлай. Март айының икенсе яртыһында көндәр ныҡлап йылыныр тип көтөлә. Һауа температураһы +7, +11 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Ысын яҙ башлана.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...