Башҡортостанға яҙғы йылы ҡасан килә һәм ҡасан ҡар ирей? Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл март айы сюрприздар килтермәйәсәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы, йәғни -5,1 градус тирәһе булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға ярашлы – 20-40 миллиметр.
Фобос үҙәгендә иртә яҙға фараз бирелә. Федераль синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, март айында көслө һыуыҡтар булмаясаҡ. Айҙың тәүге яртыһында минималь һауа температураһы көндөҙ — - 7 градус, төндә -13 градус тәшкил итәсәк. Көндәрҙең күбеһе йылы буласаҡ, термометр бағанаһы 0 градус тирәһендә торасаҡ.
Марттың икенсе яртыһы аномаль йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы +7, +11 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Был ваҡытҡа ҡарҙың әүҙем иреүе ихтимал. Апрелдең тәүге яртыһы ла бик йылы була.
Фото: нейроселтәр.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!