Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
4 Март , 00:25

Ә беҙ мартты йылы булыр тип көткән инек...

Ҡаты һыуыҡтар алда әле.

Ә беҙ мартты йылы булыр тип көткән инек...
Ә беҙ мартты йылы булыр тип көткән инек...

Башҡортостанда ҡыш сигенергә теләмәй. Тәүҙә март аномаль йылы була тиҙәр ине, фараздар тормошҡа ашмай ахыры. Синоптиктар яңы күҙаллау әҙерләгән.

Марттың беренсе декадаһы яҙғыса түгел. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҫҡа ваҡытлы эрегәндән һуң беҙҙе йәнә ысын ҡышҡы һауа торошо көтә: 1 марттан 10-на тиклем һауа температураһы норма тирәһендә тирбәлә йәки 2 градусҡа түбәнәйә. Өҫтәүенә, күп ҡар яуыуы көтөлә – циклондар Башҡортостанды ҡуйы ҡар болоттары менән ҡаплаясаҡ.

“Фобос” үҙәге белгестәре иҫкәртә: март Рәсәйҙә бик тотороҡһоҙ буласаҡ.

Дөйөм алғанда, ай эсендә температура ғәҙәттәгенән бер ни тиклем юғарыраҡ та булыуы ихтимал, әммә алданмайыҡ. Ике ҡеүәтле арктик баҫып инеү (айҙың беренсе һәм икенсе декада аҙағында) иртә яҙҙы мөмкин итмәй. Бынан тыш, айҙың һуңғы ун көнөндә яңы һыуыҡтар булыуы ихтимал, улар был осорҙо норманан да һалҡыныраҡ итә. Бындай һауа торошо ҡарҙың тиҙ иреүенә булышлыҡ итмәй.

“Гисметео” порталы хәбәр итеүенсә, республикала ныҡлы йылытыу ы апрель башында ғына көтөлә: термометрҙа +4,+5 градус була.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас