Мартта һауа торошо бик алдаҡсы. Кисә генә плюслю температура ине, ә бөгөндән ысын ҡышҡы һыуыҡтар әйләнеп ҡайта.
Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы.
Метеорологтар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 5 мартта, Башҡортостанда һыуыҡтар башлана. Һауа температураһы төндә -15,-20 градус, көньяҡта -8,-13 градус, көндөҙ -6, -11 градус. Бер аҙ ҡар яуасаҡ, төндә урыны менән уртаса. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Йома, 6 мартта, төнгө сәғәттәрҙә термометр -12, -17 градус, аяҙытҡанда -22 градусҡаса төшә, көндөҙ -1, -6 градусҡа тиклем күрһәтәсәк.
Шулай уҡ бер аҙ ҡар яуасаҡ.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan