Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
8 Март , 22:25

-31 градус була!

Ҡотҡарыусылар иҫкәртеү менән сығыш яһаны.

-31 градус була!
-31 градус була!

Башҡортостанда һауа торошо үҙгәрә. Республикаға һалҡын һауа массалары килде. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында башгидромет синоптиктарына һылтанып иртәгә, 9 мартта һауа шарттарының боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр.

Дүшәмбе, 9 мартта, төбәктә аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә бер аҙ ҡар яуыуы, көндөҙ урыны менән яуым-төшөм көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр, урыны менән секундына 14 метр тиҙлектә иҫәсәк. Төндә термометр бағанаһы -21, -26 градусҡа тиклем төшә, аяҙытҡанда -31 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ бер аҙ йылыраҡ буласаҡ: -16, -21 градус. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ, төндә һәм иртән – томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насараясаҡ.

Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, төндә бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы төндә -25, -27, ҡала үҙәгендә -22 градусҡаса түбәнәйә. Көндөҙ температура -18, -20 градус тәшкил итәсәк.

Фото: нейроселтәр. 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас