Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
21 Март , 11:05

Һаумыһығыҙ, аҡҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!

Был матур күренешкә кисә, Ураҙа ғәйете көнөндә, шаһит булғандар. 

Һаумыһығыҙ, аҡҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!
Һаумыһығыҙ, аҡҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!

Кисә, Ураҙа ғәйете көнөндә, Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы зәңгәр күкте иңләп, өсмөйөш яһап, аҡҡоштар ҡайтыуына шаһит булған.

“Һаумыһығыҙ! Һаумыһығыҙ! Йома көнө, Ураҙа ғәйете көнө ҡайтып киләһегеҙ”, - тип өндәшә ҡоштарға видеоны төшөрөүсе ир-егет.

Ысынлап та, шундай изге көндә ҡайтып төшкән аҡҡоштар еребеҙгә именлек, тыныслыҡ алып ҡайтһын! Ғәзиз кешеләре янына, ошо аҡҡоштар кеүек теҙелешеп, яугирҙәребеҙ ҙә тиҙерәк ҡайтып инһен!

Фото: видеояҙманан скриншот.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас