Киләһе яҙғы айҙарҙа һауа торошо ярайһы уҡ үҙгәреүсән буласаҡ. Апрелдә йәйге йылы ҡапыл һыуытыу менән алмашынып торасаҡ. Мәҫәлән, көндөҙгө 26 градуслы эҫегә алмашҡа +2 килә, төндә минусҡа тиклем төшә. Алдағы ике айға фараз менән синоптиктар таныштырҙы.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрелдең тәүге декадаһында иң эҫе көндәр айҙың беренсе һәм икенсе көндәрендә көтөлә.
Көндөҙ термометр бағанаһы +15, +17, төндә +10 градусҡаса күтәрелә. 3 апрелдән 10-на тиклем көндөҙ +9, +13 градусҡаса, төндә -2 градусҡаса һыуыта.
Һауа температураһының тағы ла түбәнәйеүе 13 апрелгә тура
киләсәк. 13 апрелдән 16-на тиклем көндөҙ +4, +6 градусҡа тиклем һәм төндә 4 градусҡа тиклем һыуытыуы ихтимал. 17 апрелдән йылы һауа массаһы республиканы ҡаплаясаҡ. 25 апрелдән һауа температураһы +25 градусҡаса күтәрелә. Әммә 27 апрелгә һауа +10 градусҡа тиклем генә йылына, ә икенсе көндө +2 градусҡа тиклем һыуыта, төндә йәнә минус температура була.
1 майҙан температура күтәрелә, +15 градус, ә икенсе көндән +20 градус билдәһен үтә. “Фобос” белгестәре 5 һәм 6 майҙа көндөҙ +27, +28 градус, төндә +10 градустан саҡ ҡына күберәк буласағын фаразлай.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!