Бөтә яңылыҡтар
Ҡырағай мөхит
23 Март , 21:30

Үрмәксене үлтерергә ярамай, тиҙәр...

“Бала саҡтан үрмәксене үлтерһәң, әсәйең үлә, тип ҡурҡыттылар. Ау баҫҡан өйҙә йәшәге лә килмәй бит әле. Нимә эшләргә? Һеҙ үрмәксе кеүек бөжәктәргә ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?” – тип кәңәш һорап яҙҙы төркөмдәшебеҙ.

Үрмәксене үлтерергә ярамай, тиҙәр...
Үрмәксене үлтерергә ярамай, тиҙәр...

“Оҙайлы ҡыштан һуң өйҙә генераль йыйыштырыу эшләп алырға булдым. Ни эшләптер быйыл бигерәк үрмәкселәр күп, мөйөш һайын тиерлек ау үреп бөткәндәр. Быға тиклем улай уҡ булмай торғайны. Тик бер һорау борсой: бала саҡтан үрмәксене үлтерһәң, әсәйең үлә, тип ҡурҡыттылар. Ау баҫҡан өйҙә йәшәге лә килмәй бит әле. Ошоғаса унда-бында бер күренгән үрмәксене һепертке йәки еүеш сепрәк менән алып, тышҡа сығарып ташлай торғайным. Әле көндәр ныҡлап йылынып етмәй, тышҡа сығарып ташлаһаң да үләлер инде ул.

Һеҙ ошондай хөрәфәттәргә, ырымдарға ышанаһығыҙмы? Үрмәксе ауына ҡаршы нисек көрәшәһегеҙ?” тип кәңәш һораған Рәйлә исемле төркөмдәшебеҙ. Уға ниндәй кәңәш бирерһегеҙ? Бәлки, был бөжәккә ҡаршы ҡулланған һөҙөмтәле ысулдар менән уртаҡлашырһығыҙ. 

Фото яһалма зиһен ярҙамында эшләнде. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас