

Башҡортостан биләмәһенә Урта Азия далаларынан һәм сүллектәренән һауа массаһы килә. Һәм үҙе менән аномаль эҫелек алып килә. Был хаҡта Башгидромет синоптиктары хәбәр итте.
Метеорологтар хәбәр итеүенсә, көньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ һауа ағымы аномаль йылы һауа торошон алып бара. Бер-бер артлы һауа температураһының абсолют максимумы ҡапланасаҡ.
Алдағы ял көндәрендә көндөҙ һауа температураһы +11,+16 градусҡа етәсәк, урыны менән һауа +21 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Башҡортостанда һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Киләһе аҙна башында бындай һауа торошо һаҡланасаҡ.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 27 марттан 5 апрелгә тиклем уртаса һауа температураһының норманан 8-10 градусҡа юғары булыуы көтөлә.
Һауа торошо бик йылы булғанлыҡтан, әүҙем ҡар иреүе дауам итәсәк. Һыу баҫыу хәүефе арта. Дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле артасаҡ.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, апрель Башҡортостанда ғәҙәттәгенән йылыраҡ була. Уртаса айлыҡ һауа температураһының норманан 2 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, норма +4,9 градус. Яуым-төшөм күп булмай – нормаға яҡын һәм аҙыраҡ буласаҡ.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.