Ҡырағай мөхит
31 Март , 19:15

Яҙ ҙа, йәй ҙә аномаль эҫе буласаҡ

Иң ямғырлыһы - август, ә иң эҫе айҙар... 

Яҙ ҙа, йәй ҙә аномаль эҫе буласаҡЯҙ ҙа, йәй ҙә аномаль эҫе буласаҡ
Яҙ ҙа, йәй ҙә аномаль эҫе буласаҡ

Рәсәй гидрометеорология үҙәге 2026 йылдың йылы миҙгеленә күҙаллауҙарын баҫтырып сығарҙы. Башҡортостан өсөн синоптиктар апрелдән сентябргә тиклем ентекле фараздарын әҙерләгән. Быйылғы яҙ һәм йәй республика халҡына ниндәй сюрприздар әҙерләй?

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, апрель Башҡортостанда йылы була — норманан 2 градусҡа юғарыраҡ. Яуым-төшөм ғәҙәти күләмдә һаҡланасаҡ.

Май +11,+14 градус тәшкил иткән климат нормаһына яҡын һәм унан юғарыраҡ торасаҡ. Яуым-төшөм күләме ғәҙәти күрһәткестәр сиктәрендә, әммә республиканың көньяғында уларҙың дефициты көтөлә.

Июнь норманан юғарыраҡ булыуы фаразлана (норма +16,+19 градус), ямғырҙар ғәҙәти күләмдә яуасаҡ.

Июль шулай уҡ норманан юғарыраҡ буласаҡ (норма +17,+21 градус тәшкил итә), яуым-төшөм нормаға яҡын. Был йәйҙең иң эҫе айы буласаҡ.

Август республика халҡын йылы менән ҡыуандырыуын дауам итәсәк. Температура норманан юғары, ул +15,+19 градус тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм ғәҙәттәгенән күберәк була. Республиканың төньяғы һәм көнсығышынан тыш, унда ямғырҙар һаны стандарт буласаҡ.

Сентябрь айы ла күңелле тенденцияны дауам итәсәк: һауа нормаға яҡын һәм унан юғарыраҡ билдәләргә тиклем йылынасаҡ (норма +9,+12 градус), әммә был айҙа ямғырҙар ғәҙәттәгенән күберәк буласаҡ. Башҡортостандың төньяғында ғына уларҙың һаны норматив сиктәрендә ҡаласаҡ.

Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәргә йылы яҙға, эҫе июнгә һәм июлгә, ямғырлы августҡа һәм ҡоро, йылы сентябргә әҙерләнергә кәрәк.

Шул уҡ ваҡытта Гидрометүҙәктә оҙайлы сроклы прогноз ихтималлыҡ характерында булыуын һәм айлыҡ, декадалы һәм ҡыҫҡа сроклы һауа торошо фараздары менән төҙәтеләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алалар.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас