

Аномаль йылы марттан һуң Башҡортостанды йәнә һалҡын көндәр көтә. Һауа торошо беҙгә нимә әҙерләй? Синоптиктар фараздары менән уртаҡлашты..
Башгидромет метеорологтары мәғлүмәттәре буйынса, һыуытыу 5 апрелдә төндән башланды. Термометр бағанаһы кире билдәләргә төштө: республика буйынса +2,+7 градус, урыны менән -3 градусҡаса, көндөҙ +12,+17 градус.
6 апрелдән, ямғыр яуа, төндә -5 градусҡаса, көндөҙ температура +15 градустан юғары күтәрелмәйәсәк. Урыны менән яуым-төшөм ҡарға әйләнергә мөмкин, ул, яуып, шунда уҡ ирейәсәк. Башҡортостанды ҡыштың ҡабатланыуы көтә.
“Фобос” үҙәге мәғлүмәте буйынса, апрель уртаһына яңынан йылыта. 14 апрелгә ямғырҙар туҡтаясаҡ, һауа ярайһы уҡ +20 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Әммә йылы оҙаҡҡа бармай. 20 апрелдән һауа температураһы йәнә түбәнәйә, ай аҙағына тиклем һалҡын була – төндә 0 градус тирәһе, көндөҙ +16 градустан юғары түгел.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan