Ҡырағай мөхит
9 Апреля , 20:55

Май байрамдары быйыл ҡыуандырмай

Шашлыҡ та ҡурып булмаҫмы икән?

Май байрамдары быйыл ҡыуандырмайМай байрамдары быйыл ҡыуандырмай
Май байрамдары быйыл ҡыуандырмай

Башҡортостанда синоптиктар май байрамдарына фараз бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айындағы ял көндәре ике осорға бүленәсәк: 1-нән 3 майға тиклем һәм 9-нан 11 майға тиклем.

“Гисметео” метеорологтары мәғлүмәте буйынса, Беренсе май байрамдарында ла, Еңеү көнөндә лә төбәктә ямғыр яуыуы көтөлә. Төрлө интенсивлыҡтағы яуым-төшөм көтөлә. 1 һәм 2 майҙа көслө, 8-10 майҙа уртаса ямғыр яуасаҡ.

Дөйөм алғанда, яҡынса фараз буйынса, майҙың тәүге декадаһы ямғырлы буласаҡ.

Был осорҙа республикала уртаса йылы булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +13, +16 градус була. Төнгө температура көндөҙгөнән ныҡ айырылмай – +10-дан +12 градусҡа тиклем.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас