Ҡырағай мөхит
21 Апреля , 08:30

Ямғыр көтөлә. Ә төнөн ҡар яуасаҡ

Әҙер тороғоҙ. Һауа торошо үҙгәрә, тип иҫкәртте Башҡортостан синоптиктары. 

Ямғыр көтөлә. Ә төнөн ҡар яуасаҡЯмғыр көтөлә. Ә төнөн ҡар яуасаҡ
Ямғыр көтөлә. Ә төнөн ҡар яуасаҡ

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәрҙә республикала һауа торошо хаҡында фараз бирҙе.

Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. 

Иртәгә, 22 апрелдә, һыуыта. Төнөн һауа температураһы минусҡа төшә. Төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көнбайыштан - уртаса тиҙлектә, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,+1°, көндөҙ +5,+10°.

 

Автор фотоһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас