+15 °С
Ясна


Май!.. Тирә-йүн торған һайын күркәмерәк була бара, тәбиғәт йәнләнә, ерҙә Тормош тантана итә. Сағыу ҡояш нурҙары ыуыҙ ғына йәшел үлән өҫтөн, йәш япраҡтарҙы иркәләй, көн битенә асылған гөлдәрҙе нурына ҡойондора. Яҙ еле, әйтерһең, тиҙҙән ергә хужа булыр гүзәллек миҙгеле тураһында шыбырҙай, ер йөҙөнә тылсым өҫтәлерен хәбәр итә. Тәбиғәттең гүзәл тантанаһы әҙәм балаһы күңеленә лә өмөт нуры яға, яңырыу хисе бүләк итә.
Рәүилә Ғатауллина. Автор фотолары.