Аяныслы хәлгә осраған ирен аяҡҡа баҫтыра

Үләндәр йыйыу менән мауығып киткән ҡатын яһаған дарыуын иң беренсе үҙе эсеп ҡарай. Эсәр алдынан паспорты араһына "Был төнәтмәне үҙем эстем. Ул-был була ҡалһа, үҙем генә ғәйепле" тип яҙылған ҡағыҙ һала... Ҡайһылай ҡурҡмаған!

Аяныслы хәлгә осраған ирен аяҡҡа баҫтыраАяныслы хәлгә осраған ирен аяҡҡа баҫтыра
Аяныслы хәлгә осраған ирен аяҡҡа баҫтыра

Үләндәр менән дауалаусылар һәр ерҙә бар. Гөлсирә Нәжметдинова Татарстандың Арса районынан. Уға Марий иле, Удмурт Республикаһы, Ульяновск, Киров өлкәләренән шифа эҙләп киләләр.

“Йәй һайын мәтрүшкә һәм тағы әллә ни ҡәҙәр шифалы үләндәр йыйып киптереп ҡуям. Балалар сирләп китһә лә, һалҡын тейһә лә, ҡайнатып эсерергә һәр саҡ ҡул аҫтында торһон, тим. Ирем ғүмер буйы тракторҙа эшләне. Бер ваҡыт аяныслы хәлгә осраны. Трактор һәнәгенә эләгеп, ботарланып бөткәйне. Бына шул йылды халыҡ медицинаһына ике ҡуллап йәбешергә тура килде миңә”, - ти Гөлсирә ханым.

Башта китаптарҙан уҡып, унан һүрәттәрен ҡарай-ҡарай үләндәр йыя ул. Бер йылдан һирәк осрай торған көслө үләндән төнәтмә яһап, иренә эсерә башлай.

Иң беренсе үҙе эсеп ҡарай. Эсәр алдынан паспорты араһына "Был төнәтмәне үҙем эстем. Ул-был була ҡалһа, үҙем генә ғәйепле" тип яҙылған ҡағыҙ һалып ҡалдыра.

Иртәгәһенә таблица төҙөп, иренә эсерә башлай. Көн һайын билдәле бер ваҡытта, тейешле күләмдә шыйыҡсаны бирә бара. Ире, терелеп, аяҡҡа баҫа.

“Меңъяпраҡ үләне бөтә нимәгә лә файҙалы. Үләндәргә организмды өйрәтергә лә ярамай. Ял итә-итә генә эсергә кәрәк. Насар ауырыуҙы көслө үләндәр бөтөрә. Себен бәшмәге (тырҡыш), катарантус гөлөнән эшләнгән дарыуҙар бик файҙалы, белеп яһаған осраҡта, әлбиттә. Дарыуҙы 40 градустан да көслөрәк спиртта яһарға ярамай, шуны онотмаҫҡа кәрәк”, - ти үләндәр серен белгән апай.

ИҒТИБАР! Был мәғлүмәт ҡулланма рәүешендә түгел, ә таныштырыу маҡсатында ғына бирелде. Дауаланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.



Сығанаҡ: Юлиә Насибуллина.

Tatar Today: https://tatar-today.ru/2018/11/37562/

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас