Ҡапыл һыуыта...

Байрамдарҙа һауа торошо ҡыуандырмай.

Ҡапыл һыуыта...Ҡапыл һыуыта...
Ҡапыл һыуыта...

Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Алдағы көндәргә фаразды “Башгидромет” синоптиктары хәбәр итте.

Һауа температураһы көндөҙ +27 градустан +8 градусҡа тиклем төшә. Ә төндә 0 градусҡа тиклем һыуыта. Был ҡасан була?

9 май сағыштырмаса йылы буласаҡ. Көндөҙ +24, төндә +12 градусҡаса һалҡын булыуы көтөлә. 10 майҙа ҡапыл һыуыта. Һауа температураһы көндөҙ +8, +13, төндә 0, +5 градус тәшкил итәсәк.

9 майҙа урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Көслө ел көтөлә.

10 майҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Синоптиктар көслө ел сығыуын фаразлай.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас