Ҡырағай мөхит
10 Мая , 19:00

Май һәм июндә эҫе көтөргәме?

+33 градусҡа етә һәм оҙаҡ ваҡыт һаҡлана. Ҡасандан? 

Май һәм июндә эҫе көтөргәме?Май һәм июндә эҫе көтөргәме?
Май һәм июндә эҫе көтөргәме?

Майҙың икенсе яртыһында һәм июндә Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлә? Синоптиктар иҫкәртә: йәй башы контрастлы, әммә дөйөм алғанда йылы буласаҡ.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге һәм Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, май һәм июнь айҙарында температура нормаға яҡын йәки унан юғарыраҡ буласаҡ. Әммә сюрпризһыҙ тотороҡло эҫелеккә иҫәп тоторға ярамай. Әле республиканы арктик һыуыҡ ҡаплай. Әммә ошо аҙнаның уртаһында уҡ йәйге йылы әйләнеп ҡайтасаҡ, һауа температураһы +23, +27 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

“Фобос” үҙәге фаразы буйынса, май аҙағында +17, +19 градусҡаса һалҡынайта. Әммә һуңынан республикаға ысын эҫе килә: көндөҙгө температура +28, +33 градусҡа тиклем күтәрелә. Дөйөм алғанда, беренсе йәйге ай тулыһынса тиерлек эҫе буласаҡ.

Июнь айында яуым-төшөм аҙ, башлыса айҙың икенсе декадаһында көтөлә. Өсөнсө декада эҫе һәм ҡояшлы булырға вәғәҙә итә.

Башҡортостанда июндә уртаса һауа температураһының норманан юғары булыуы көтөлә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас