

13 май - Рөстәмдең тыуған көнө. Уға 34 йәш тула.
Блогер апрель башынан Непалда, ул быйыл планетаның иң бейек түбәһе Эверестҡа (8848 метр) менергә ниәтләнә. Апрель буйына төрлө бейеклектәргә, лагерҙарға артылып, акклиматизация үткәс, 22 апрелдә 6476 метрлыҡ Мера Пикка менеп төштө.
Май башында Эверестҡа ҡарай йүнәлергә тейеш инеләр, ләкин боҙ шыуыу хәүефе булғас, властар тарафынан артылыш тыйылды һәм бер аҙ көтөргә ҡуштылар. Был ваҡытта йә боҙ теле үҙе шыуып төшөп юҡҡа сығасаҡ, йә ярҙамсы шерптар яңы, хәүефһеҙерәк маршрут төҙөй.
Һәм бына, һауа торошо уңай булғанда, Рөстәмдәр төркөмөнөң тап 13 майҙа юлға сығыры хәбәр ителде. Йәғни уның тыуған көнөндә.
Төркөмдәрендә өс кеше, барыһына 54 кислород баллоны. Түбәгә юл бөтәһе бер-ике тәүлек тирәһе ваҡытты ала. Ғәҙәттә, төн уртаһында юлға сығып, икенсе көндә төшкә менеп етәләр һәм шунда уҡ, төшкө сәғәт 2-ләрҙән дә ҡалмайынса, ҡараңғы төшмәҫ борон хәүефле юлды үтеп ҡалыр өсөн, кире әйләнәләр.
Эверест база лагерынан 21 километр алыҫлыҡта ята. Әммә был юл бик ауыр, вертикаль боҙ стеналар һәм шундай уҡ упҡындар аша үтергә тура киләсәк. Ҡар, боҙ ишелеүе лә бар.
Рөстәм Нәбиевкә уңыштар һәм һаулыҡ теләйек! Ул, Алла бирһә, Эверестҡа ҡулдарында менгән беренсе кеше буласаҡ.
Фото: Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.