

Ошо көндәрҙә яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Эвересты яулай. Ул легендар Кхумбу боҙлоғон артылды. 13 майҙа 5364 метр бейеклектә урынлашҡан база лагерынан юлға сығып, ҡулдарында 15 сәғәтлек юл үтте.
Хәүефле боҙлоҡ артта ҡалды. Кхумбу - 22 километрға һуҙылған боҙло үҙәк. Вертикаль бейеклеген ҡарағанда - башы менән ҡойроғо араһы 2700 метр. Уның буйлап ваҡыт-ваҡыт боҙ шыуып төшөп, ҡурҡыныс боҙло тау стеналары, ярыҡтар, тарлауыҡтар яһала. Ҡыҫҡаса әйткәндә - гигант боҙ киҫәктәре яланы.
Рөстәм хәҙер - 6100 метр бейеклектәге 1-се лагерҙа. Эверест 8848 метр бейеклектә ята.
Бөгөндән ул ике көн бәйләнешкә сыҡмаясаҡ. Ярҙамсылары ғына хәлен белдереп барасаҡ. Күрәһең, артабан кислородһыҙ артылып булмай, ә был өҫтәмә уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.
Фото: Р. Нәбиев архивынан.