

Әле эҫе, ләкин йәй айының башы һалҡын булмаҡсы. Синоптиктар фаразлауынса, июндең тәүге аҙнаһында һауа торошо оҙайлы яҙҙы хәтерләтәсәк.
“Фобос” үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 27 майҙан һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә. Төбәктә һалҡын циклон 3-5 июнгә тиклем тотҡарлана. Был көндәрҙә көндөҙгө температура ни бары +12, +16 градус тәшкил итәсәк, ә төндә һауа +7, +9 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Ямғыр яуасаҡ.
Әммә июнь айының беренсе декадаһы аҙағына һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Антициклон төбәккә йәйге йылылыҡ килтерәсәк. 5-6 июндә термометр бағанаһы өҫкә күтәрелә: һауа +25, +30 градусҡаса йылына.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд алдан хәбәр иткәнсә, дөйөм алғанда йәй климат нормаһынан йылыраҡ булыуы көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, июндә уртаса температура нормаға яҡын һәм унан юғарыраҡ була.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, айҙың икенсе яртыһы тотороҡло ҡояшлы һауа торошо менән ҡыуандырасаҡ. 18 июндән алып ай аҙағына тиклем көндөҙ +25-тән +30 градусҡаса йылы булыуы көтөлә, ә айырым көндәрҙә эҫе +33 градусҡа тиклем етеүе ихтимал. Яуым-төшөм ғәҙәти июнь нормаһы сиктәрендә (5070 миллиметр) фаразлана, әммә беренсе декадала ямғырҙар ғәҙәттәгенән күберәк булыуы мөмкин.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.