

Синоптиктар июнь һәм июль айҙарында аномаль эҫе һауа торошон фаразлай. Һауа температураһы +30 градустан юғары күтәреләсәк.
“Фобос” үҙәгенең яңыртылған мәғлүмәттәренә ярашлы, июнь башы уртаса йылы була – һауа +20, +25 градусҡаса йылына. Әммә айҙың икенсе декадаһынан термометр бағанаһы өҫкә шыуышасаҡ. Июнь аҙағы ныҡ эҫе буласаҡ: белгестәр +29, +31 градусҡа тиклем вәғәҙәләй. Бындай һауа торошоноң сәбәбе тип Эль-Ниньо феноменын атайҙар, ул Урта Азиянан килгән эҫе һауа массаларына юл аса.
Башгидрометүҙәк фаразы буйынса, июль тотороҡло эҫе буласаҡ — уртаса тәүлек температураһының климат нормаһынан юғарыраҡ булыуы көтөлә. Айҙың тәүге яртыһында +30 градусҡаса эҫе буласаҡ тип күҙаллайҙар.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.