

Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы һәм һалҡын һауа торошо көтөлә. Синоптиктар ентекле фараз әҙерләгән.
Мәҫәлән, Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 5 июндә, Башҡортостан биләмәһендә аяҙлы-болотло була, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән йәшен йәшнәй, көслө ямғыр көтөлә. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә +7,+12 градус тәшкил итәсәк, көндөҙ һауа +16,+21 градусҡа тиклем йылынасаҡ, был норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк. Яуым-төшөм бәләкәй тау йылғаларында һыу кимәленең күтәрелеүенә һәм быуаларға һәм һыуһаҡлағыстарға ағымдың артыуына килтерә.
Ел төньяҡтан талғын булыуы көтөлә.
Ял көндәренә яҡын республикала ямғырҙар кәмейәсәк, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Автор фотоһы.