

Башҡортостанда һуңғы аҙнала килгән ямғырҙар туҡталырға уйламай. Алдағы көндәрҙә беҙҙе нимә көтә? “Башгидромет” синоптиктары фараздары менән уртаҡлашты.
Бөгөн, 15 июндә, һаман да ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Һауа температураһы төндә +10, +15, көндөҙ +21, +26 градус. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән.
Шишәмбе, 16 июндә, шундай уҡ һауа торошо һаҡланасаҡ. Көн ямғырлы, ләкин бер аҙ йылыраҡ – төндә +11, +16, көндөҙ +22, +27 градус.
Бынан тыш, автомобиль юлдарында төндә һәм иртән томан төшөүе ихтимал. Трассаларҙа күреү мөмкинлеге урыны менән 500 метрға тиклем кәмей.
Водителдәрҙе тиҙлек режимын һаҡларға һәм руль артында бик иғтибарлы булырға саҡыралар. Йәйәүлеләргә лә һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәрәк.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.