Ҡырағай мөхит
25 Июня , 14:45

Ҡасан ямғырҙар туҡтап, эҫетер?

Юҡ, ҡыуандырмайбыҙ...

Ҡасан ямғырҙар туҡтап, эҫетер?Ҡасан ямғырҙар туҡтап, эҫетер?
Ҡасан ямғырҙар туҡтап, эҫетер?

Башҡортостанда ямғыр ҡотора: июндең һуңғы өс аҙнаһында республикала айлыҡ яуым-төшөм нормаһының 136 проценты яуҙы.

“Башгидромет” хәбәр итеүенсә, бындай мул ямғырҙар “көньяҡ” циклон йоғонтоһо һөҙөмтәһендә булды. Яҡынса фараздар буйынса, ай аҙағына тиклем һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк: күпселек райондарҙа төрлө интенсивлыҡтағы ямғырҙар дауам итәсәк, ә алдағы ял көндәрендә урыны менән көслө яуым-төшөм көтөлә.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, июлдең беренсе декадаһы ла ямғырлы булырға вәғәҙә итә, әммә температура фоны уңайлы булып ҡаласаҡ: һауа +24,+25 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Хәл айҙың икенсе декадаһында ғына яйлап үҙгәрә башлай, әммә ул саҡта ла йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар булыуы мөмкин.

Синоптиктар фаразлауынса, Башҡортостанда июлдең өсөнсө декадаһында ғына ысын мәғәнәһендә тотороҡло, аяҙ һәм ҡояшлы һауа торошо урынлашасаҡ – был осорҙа көндөҙгө температураның +23,+27 градус кимәлендә булыуы көтөлә, тип вәғәҙәләй метеорологтар.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас