

Башҡортостанды яйлап Каспий диңгеҙенең төньяғынан килгән циклон ташлап китә. Ниһайәт, йәйге эҫе һауа торошо ҡайта. Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә фараз бирҙе.
Метеорологтар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 2 июлдә, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +21,+26 градус.
Йома, 3 июлдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +11,+16, көндөҙ +22,+27 градус. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.
Шәмбе, 4 июлдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы төндә +11,+16, көндөҙ +24,+29 градус.
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.