Ҡырағай мөхит
8 Июль , 06:30

Быйыл июль ғәжәпләндерәсәк!

Ҡапыл эҫетә, ҡапыл һыуыта... Нимә көтә беҙҙе? 

Быйыл июль ғәжәпләндерәсәк!Быйыл июль ғәжәпләндерәсәк!
Быйыл июль ғәжәпләндерәсәк!

Июль Башҡортостанда йәшәүселәргә көтөлмәгән бүләктәр әҙерләй. Улар иҫәбендә – 30 градуслы эҫе һәм мул яуым-төшөм. Синоптиктар июлгә һауа торошон үҙгәртте.

“Фобос” үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, айҙың икенсе декадаһы башында эҫе көндәр фаразлана. 11 июлдә көндөҙ һауа +31 градусҡаса һәм төндә +20 градусҡаса йылына. Һауа торошо киләһе бер нисә көн дауамында үҙгәрмәйәсәк. Тик күп тә тормай йәшенле ямғырҙар яуасаҡ һәм көндөҙ +20 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.

Айҙың өсөнсө декадаһы башында республикаға йәнә тропик һауа торошо килә. Термометр бағанаһы 30 градустан юғары күтәрелә. Бер нисә көндән эҫелек йәнә төшә. Ямғырҙар яуыу менән һауа температураһы көндөҙ +20 градусҡа, төндә +12 градусҡа тиклем төшә.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас