

29 июлдә бөтә донъяла халыҡ-ара тигр көнө билдәләнә. Маҡсаты – ер йөҙөндәге иң ҙур йыртҡыс хайуанға иғтибар йүнәлтеү һәм уны һаҡлау.
Мәҫәлән, Рәсәйҙә – Алыҫ Көнсығышта эре тигр йәшәй. Амур тигры тип беләбеҙ уны. Ошо уңайҙан "РТПЦ Республики Башкортостан" РТРС филиалы уникаль проект әҙерләгән – белгестәр Өфөләге телебашняны яҡтыртасаҡ. Әйткәндәй, быйыл уға – 25 йыл.
29 июль (22:00–24:00) эңер төшөү менән телебашняла тигр тәнендәге төрлө һыҙаттар һәм йыртҡыс йәнлектең эҙҙәрен күрәсәкбеҙ. "Халыҡ-ара тигр көнө менән!", "Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!" тигән яҙыуҙарҙы ла уҡыясаҡбыҙ.
Халыҡ-ара тигр көнө 2010 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында "Тигр саммиты" халыҡ-ара форумында барлыҡҡа килде.
Хөрмәтле дуҫтар! Йәнлектәрҙе, шул иҫәптән, тигрҙы ла һаҡлайыҡ! Тигр йәшәй икән, тимәк, тәбиғәтебеҙ ҙә таҙа буласаҡ!
Фото: istockphoto.com