Ҡырағай мөхит
1 Августа , 19:20

+28 градусҡаса эҫе әйләнеп ҡайта

Ҡасан һәм оҙаҡҡамы? 

+28 градусҡаса эҫе әйләнеп ҡайта+28 градусҡаса эҫе әйләнеп ҡайта
+28 градусҡаса эҫе әйләнеп ҡайта

Һалҡындан ялҡманығыҙмы әле? Ҡыуандырабыҙ, Башҡортостанға йәнә эҫе әйләнеп ҡайта. Башгидромет синоптиктары алдағы өс көнгә ентекле фараз бирҙе.

Яҡынса фараз буйынса, һауа температураһы әкренләп күтәреләсәк.

Бөгөн, 2 августа, көндөҙ термометр бағанаһы +24 градус билдәһендә була. Төндә +16 градусҡаса һалҡын буласаҡ.

3 август тағы ла йылыраҡ буласаҡ. Көндөҙ температура +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

4 августа термометр көндөҙ +28, төндә +18 градус күрһәтәсәк.

Алдағы көндәрҙә ямғыр яуасаҡ. Шулай уҡ боҙ-борсаҡ һәм көслө ел көтөлә.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, августа Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә (норма +17,2 градус). Айлыҡ яуым-төшөм күләме шулай уҡ нормаға яҡын (норма 45-65 миллиметр) тип күҙаллана.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас