

Башҡортостанға йәнә эҫе килә. Алдағы августан ниндәй сюрприздар көтөлә һәм сентябрь нимә менән ҡыуандыра? Синоптиктар яуап бирҙе.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, август айында Башҡортостанда уртаса һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (норма +17,2 градус тәшкил итә). Был айҙа яуым-төшөм нормаға яҡын булырға тейеш.
Августың беренсе аҙнаһы аномаль эҫелек менән ҡыуандыра. Көндөҙ термометр бағанаһы +30 градусҡа тиклем күтәрелә.
“Гисметео” порталы республикала йылы һауа торошо 10 авгусҡа тиклем дауам итәсәк, шунан һуң ямғыр яуасаҡ һәм көндөҙ +21,+24 градусҡаса һыуыта, тип вәғәҙәләй.
Сентябрь ниндәй буласаҡ? Башҡортостан ғалимдары күп йыллыҡ климат үҙгәрештәрен тикшергәндә сентябрҙең республикала йылыраҡ булыуын асыҡланы. Йәйге осор оҙайлылығын арттыра, ә көҙгө һыуыҡтар ғәҙәттәгенән һуңғараҡ килә. Шуға күрә 2026 йылда ла сентябрь йылы буласаҡ, тип иҫәпләй метеорологтар.
"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Фото: Әлиә Хужәхмәтова.