Ҡырағай мөхит
7 Августа , 08:30

Ҡапыл һыуыта, ҡойма ямғырҙар башлана...

Ҡасандан? Синоптиктар ҡыуандырмай. 

Ҡапыл һыуыта, ҡойма ямғырҙар башлана...Ҡапыл һыуыта, ҡойма ямғырҙар башлана...
Ҡапыл һыуыта, ҡойма ямғырҙар башлана...

Башҡортостанды йәнә аномаль эҫелек көтөлә. Һыуыҡ булырмы, ҡасан? Синоптиктар һауа торошоноң көтөлмәгән яңылыҡтарын еткерҙе.

"Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала Башҡортостан халҡын антициклон килеү сәбәпле субтропик эҫе көтә. Һауа көндөҙ +27,+32 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Әммә дүшәмбе, 10 августан республикала ҡапыл һыуыта башлаясаҡ. Гисметео порталы вәғәҙә иткәнсә, көндөҙ термометр бағанаһы +22, төндә +15 градус күрһәтәсәк. Ҡойма ямғырҙар башлана.

Август ниндәй буласаҡ? Башгидрометта билдәләүҙәренсә, август айында Башҡортостанда уртаса һауа температураһы нормаға яҡын буласаҡ (норма +17,2 градус тәшкил итә). Ямғырҙар һаны ла нормаға яҡын тип күҙаллана.

 

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас