

Хәл ошо көндәрҙә Бөрйән районы урманында булды. Бесән эшләп йөрөгәндә “Беларусь” тракторы боҙолдо ла уны урманда ҡалдырып йәйәү ҡайтырға тура килде.
Икенсе көнөнә атайым менән тракторға запчастар алып тағы йәйәү урманға киттек. Бөтә ҡорал-ҡорамал трактор арбаһында ҡалғанлыҡтан, ҡулдарҙы һелтәп кенә (атайҙың ҡулындағы квасын иҫәпләмәгәндә) ашыҡмай ғына атлап киләбеҙ. Атайымдың аяғы ауыртҡанлыҡтан шәп атлап булмай. Килә торғас урманда үтә тын кеүек булып китте, унан алда ғына ҡоҙғон ҡорҡолдап осҡайны. Ауылдан күп булһа, өс саҡрымдай ғына үткәйнек.
...Ҡапыл тау яғынан ҡырынлатып юлға уйнаҡлап айыу балалары килеп сыҡты. Йөрәк дарҫ итеп ҡалды – бер генә түгел, өсәү ине апаруҡ ҙурайған йәнлектәр. Атай ҙа, мин дә торған ергә ҡаҙаҡланғандай ҡаттыҡ. Иң ҡурҡынысы - арттарынан әллә ниндәй тауыштар сығарып инә айыуҙың да яҡынлағаны күренде. Юлға етәрәк ул беҙҙе күреп үкереп ебәрҙе лә ҡуш аяҡлап беҙгә табан сабып килә башланы. Йән табанға төшкәндәй булды. Атайым яман итеп ҡысҡырып, инстинктив рәүештә ҡулындағы кваслы шешәһен бәреп ебәрҙе, уныһы алдына шап итеп барып төшкән ыңғайға, йыртҡыс ҡапыл туҡтап ике аяғына баҫты. Ара бик яҡын – уҫал ҡараған бәләкәй күҙҙәренә тиклем асыҡ күренә. Бер һикерһә, икебеҙҙе лә бер нисә секундта ботарлап ташларлыҡ ҙур айыу ине ул.
Мин эстән белгән доғаларҙы уҡырға тырышам, быға тиклем бер нәмәгә лә иҫе китмәгән атай ҙа албырғап ҡалған. Атайҙан күреп мин дә ҡаты итеп ҡысҡыра башланым. Ул инде ҡай аралалыр өҫтөндәге ветровкаһын сискән дә ике ҡулы менән өҫкә күтәреп болғап бар көсөнә ҡысҡыра. Айыу сигенгәндәй итте. Ә беҙ ҡыйыуланып киттек – нығыраҡ аҡырырға тотондоҡ. Шул ваҡыт бер балаһы беҙгә ҡарай ыңғайланы, ә инә айыу яман асыуланып тағы әллә ниндәй тауыштар сығарып беҙгә ҡарай атланы, тағы аяҡтарына баҫты. Башта - үлемем ошолай булырмы икән ни тигән уй.
Ҡулдарҙы өҫкә күтәреп, тамаҡ яра яҙып ҡысҡырҙыҡ та ҡысҡырҙыҡ... Шулай айыу китмәй, беҙгә өс тапҡыр әйләнеп килеп һөжүм итергә йыйынды. Өс үлеп өс терелгәнбеҙҙер инде ул ваҡытта. Күпме шулай дауам иткәндер – миңә бик оҙаҡ тойолдо был айҡаш. Теге балалары юлды аша сығып бөткәс кенә айыу тағы беҙгә ҡарап үкерҙе лә, ҡырынлатып үҙәнгә төшөп киттеләр. Урман ҡуйы – уларҙы шунда уҡ күҙҙән юғалттыҡ. Беҙ ҙә ҡатҡан урыныбыҙҙан ҡыбырлап ары киттек, мин артҡа ҡарай-ҡарай атланым. Күңел һаман ҡотолғанға ышанмай, әйләнеп килеп һөжүм итер кеүек ине йыртҡыс.
Тракторға тиклем тағы бер саҡрымдай араны нисек үткәнде лә һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ, ҡараһам, атайым да аҡһамай, шәп-шәп атлап килә.
- Кисә генә радионан айыу килеп сыҡһа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген өйрәткәйнеләр, кәрәге тейҙе бит - шуны вис эшләнем, - тине атайым ҡайтҡас.
Кешеләргә айыуҙарға тап булғанды һөйләгәс, видеоға төшөрмәнегеҙме, тип һорайҙар. Өс метр алыҫлыҡта ғына тын алышына тиклем ишетелгән ике метрҙан ҙурыраҡ агрессив йыртҡыс торғанда башта “ошонда кейемдәребеҙ генә ятып ҡалырмы икән” тигән хәүефле уй һәм яҡындар менән хушлашыу ғына булды.
Яңғыҙ кеше булһа, ташланыр ине, икәү булыуығыҙ ҡотҡарған һеҙҙе, ти ҡайһы берәүҙәр. Бәлки, шулайҙыр. Ныҡ ҡурҡтыҡ, әле лә һөйләгәндә шул ваҡытты яңынан кисереп йөрәк өшөп китә. Иҫән ҡалыуыбыҙ үҙе бер мөғжизә - Аллаһ үҙе һаҡлағандыр беҙҙе тием...
Розалина Моратшина фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!