Ҡырағай мөхит
10 Августа , 19:56

Йәй ошоноң менән бөттө булдымы икән?

Ялдарҙа бөтөнләй күңелһеҙ...

Йәй ошоноң менән бөттө булдымы икән?Йәй ошоноң менән бөттө булдымы икән?
Йәй ошоноң менән бөттө булдымы икән?

Синоптиктар аҙна аҙағында көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы хаҡында иҫкәртте. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге белгестәре бер нисә көнгә һауа торошо менән таныштырҙы.

Федераль метеохеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, алдағы көндәрҙә, 11-13 августа, ярайһы уҡ йылы һауа торошо көтөлә. Көндөҙ һауа +24, +25 градусҡаса йылына, төндә – +11-ҙән +13 градусҡа тиклем була.

Йома, 14 августа, көндөҙ +22 градус булыуы көтөлә. Шәмбе һәм йәкшәмбе, 15 һәм 16 августа, термометр бағанаһы +17 градусҡа тиклем төшә. Төндә +9, +10 градус булыуы фаразлана.

Шәмбелә бер аҙ ямғыр яуасаҡ, йәкшәмбелә – ямғыр.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас