Ҡырағай мөхит
17 Августа , 19:33

+27 градус була!

Ҡасан ямғырҙар туҡтап йылытыр?

+27 градус була!+27 градус була!
+27 градус була!

Был аҙнала һауа торошо үҙгәрәсәк. Синоптиктар вәғәҙә итеүенсә, йылытасаҡ. Бер нисә көн ямғыр яумаясаҡ. Фараздар менән Рәсәй Гидрометүҙәге белгестәре уртаҡлашты.

Шулай итеп, бөгөндән көндөҙ һауа температураһы +22 градусҡаса күтәреләсәк. Ҡапыл йылыту 20 августа була, һауа +27 градусҡа тиклем йылына.

Башҡа көндәрҙә был аҙнала көндөҙ +22, +23 градус була. Төндә күпкә һалҡыныраҡ: +12, +13 градус.

19 һәм 23 августа яуым-төшөм көтөлмәй. 20 августа синоптиктар ваҡыты менән бер аҙ ямғыр, 21-е – ямғыр, 22-һендә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуын фаразлай.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас