Ҡырағай мөхит
20 Августа , 17:30

Эт нисек ҡартая?

Ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәр үткәргәндәр. Баҡтиһәң, биологик йәше буйынса бер йәшлек эт яҡынса 31 йәшлек кешегә тиң. Ике йәштә — 42 йәш тирәһе,...

Эт нисек ҡартая?Эт нисек ҡартая?
Эт нисек ҡартая?

«Эттең бер йылы кешенең ете йылына тиң» тигән ғәҙәти ҡағиҙәнең дөрөҫ түгеллеге асыҡланды. Калифорния университеты (Сан-Диего) ғалимдары эттәрҙең тигеҙһеҙ ҡартайыуын асыҡлаған: ғүмерҙең тәүге йылдарында улар бик тиҙ ҡартая, артабан был процесс һиҙелерлек әкренәйә. Был хаҡта "ScienceAlert" баҫмаһы "Cell Systems" журналындағы тикшеренеүгә һылтанып яҙа.
Тикшеренеүселәр 104 лабрадорҙың ҡанын өйрәнгән һәм уны төрлө йәштәге кешеләрҙең күрһәткестәре менән сағыштырған. Улар йәш менән бергә тупланып барған һәм «молекуляр сәғәт» ролен үтәгән ДНК үҙгәрештәрен анализлаған.

Һөҙөмтәләр көтөлмәгәнсә булып сыҡты. Биологик йәше буйынса бер йәшлек эт яҡынса 31 йәшлек кешегә тиң. Ике йәштә — 42 йәш тирәһе, ә дүрт йәштә — инде 53 йәш тирәһе. Артабан иһә ҡартайыу процесы әкренәйә: 12 йәшлек лабрадорҙы 70-71 йәшлек кеше менән сағыштырырға мөмкин.
Бының төп сәбәбе — үҫеш үҙенсәлектәре. Көсөктәр үҫешеү этабын бик тиҙ үтә, ә кешеләрҙә был процесс йылдарға һуҙыла. Шул уҡ ваҡытта ҡартайыу менән бәйле күп кенә гендар эттәрҙә лә, кешеләрҙә лә оҡшаш рәүештә эшләй.

Шуныһы мөһим: тикшеренеү тик лабрадорҙарҙа ғына үткәрелгән. Башҡа тоҡомло эттәрҙең ҡартайыу тиҙлеге айырылырға мөмкин. Һуңыраҡ ғалимдар ваҡ тоҡомло эттәрҙең ғүмер оҙонлоғо эре тоҡомдарға ҡарағанда уртаса алғанда юғарыраҡ булыуын раҫланы.

Эттәрҙе ҡартайыу процесын өйрәнеү өсөн уңайлы модель тип һанайҙар, сөнки улар кешеләр менән йәнәш йәшәй һәм оҡшаш тирә-яҡ мөхит шарттарына эләгә. Шуға күрә бындай тикшеренеүҙәр кешелә лә йәш менән бәйле үҙгәрештәрҙе нисек әкренәйтергә икәнен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Фото: нейроселтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас